Новости
11 Февраля , 09:15

Ике һәм унан күберәк балаһы булғандарға

2026 йылда социаль ярҙам системаһында төп яңылыҡ – ғаилә түләүҙәре башланыуы. Льгота эшләп йөрөгән, ике һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләргә бирелә. 2025 йылға ғаилә түләүен алыу өсөн ғаризаларҙы ағымдағы йылдың июнь-октябрь айҙарында бирергә мөмкин.

Ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ күләменән артмаған, ә мөлкәте билдәләнгән мохтажлыҡ критерийҙарына тап килгән осраҡта, ғаилә түләнгән 13% һалым аҡсаһының (НДФЛ) бер өлөшөн кире ҡайтара ала.

Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 16 856 һум тәшкил итә. 1,5 тапҡырлыҡ күләм – ғаилә ағзаһына 25 824 һум. Ата-әсәләргә түләнгән 13% НДФЛ-дың 7% кире ҡайтарыла.

Шарттар түбәндәгесә. Балаларҙың йәше – 18-гә, әгәр ҙә юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 23 йәшкә тиклем булырға тейеш. Ата-әсәләрҙең рәсми эшләүе (йәғни НДФЛ түләүе) мотлаҡ. Уларҙың алимент буйынса бурыстары булмауы ла иҫәпкә алына.

2025 йылға ғаилә түләүен алыу өсөн ғаризаларҙы ағымдағы йылдың июнь-октябрь айҙарында бирергә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас