Новости
10 Февраль , 10:20

Башҡортостандан оло һөйөү менән

Ошондай матур хис-тойғолар менән Мәскәүҙә уҡыған студентарға сираттағы ярҙам ебәреү ойошторола. 2026 йылдың 18 февраленән 28 февраленә тиклем Мәскәүҙә уҡыған студенттар һәм аспиранттар өсөн посылкалар ебәреү ойоштороласаҡ.  Акцияла ҡатнашыу һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлгәндән һуң ғына мөмкин: clck.ru/3Rh8Vn. Проект йәштәрҙең тыуған төбәге менән бәйләнештәрен нығытыу һәм студенттарға ярҙам итеү өсөн ойошторола.

Башҡортостандан оло һөйөү менәнБашҡортостандан оло һөйөү менән
Башҡортостандан оло һөйөү менән

2026 йылдың 18 февраленән 28 февраленә тиклем Мәскәүҙә уҡыған студенттар һәм аспиранттар өсөн посылкалар ебәреү ойоштороласаҡ. Икенсе этап сиктәрендә Республиканың төп ҡалаларын һәм райондарын - Учалынан Һәм Сибайҙан алып Нефтекамаға һәм Октябрьскийға тиклем — үҙ эсенә алған ике логистик маршрут буйынса 6 тонна йөк-200 шәхси посылка килтереү планлаштырыла. Мәскәүҙә студенттарға тапшырыу өсөн алты нөктә асыласаҡ. Акцияла ҡатнашыу һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлгәндән һуң ғына мөмкин: clck.ru/3Rh8Vn Проект йәштәрҙең тыуған төбәге менән бәйләнештәрен нығытыу һәм студенттарға ярҙам итеү өсөн ойошторола.

Һүрәттә: көҙгөһөн дә шундай ярҙам ойошторолғайны. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас