Новости
8 Февраль , 07:50

Мерәҫтәрҙең дуҫлыҡ күпере

"Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ һәм Ғәҙелгәрәй ауылдарының дуҫлыҡ күпере, ара алыҫлығына ҡарамай, тағы ла нығына ғына бара. Ауыл хакимиәте башлығы Нәҙербаев Шамил Сәғәҙи улы етәкселегендә Мерәҫ ауылы вәкилдәре Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында булып, сағыу, йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шәрипов Айгиз Юлай улына, ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улы Алтыншинға, "Шүлгән -Таш" ҡурсаулығы директор урынбаҫары Хәмиҙуллина Тәслимә Ғәйнулла ҡыҙына, Әбүбакирова Нәркәс Ғаяз ҡыҙына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тәмле аш, былау, шифалы сәйҙәр менән һыйлаусы ҡыҙҙарға , ихлас алҡыштары өсөн Ғәҙелгәрәй ауылы халҡына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Дуҫлыҡ күпере артабан да дауам итһен, донъялар имен булһын. #АйыҡАуыл2025 #Мерәҫ #БаймаҡРайоны #ТрезвоеСело2025 #Мерясово #БаймакскийРайон #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ВсемирныйКурултайБашкир

Мерәҫтәрҙең дуҫлыҡ күпереМерәҫтәрҙең дуҫлыҡ күпере
Мерәҫтәрҙең дуҫлыҡ күпере

 "Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Мерәҫ һәм Ғәҙелгәрәй ауылдарының дуҫлыҡ күпере, ара алыҫлығына ҡарамай, тағы ла нығына ғына бара. Ауыл хакимиәте башлығы Нәҙербаев Шамил Сәғәҙи улы етәкселегендә Мерәҫ ауылы вәкилдәре Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында булып, сағыу, йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шәрипов Айгиз Юлай улына, ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфулла улы Алтыншинға, "Шүлгән -Таш" ҡурсаулығы директор урынбаҫары Хәмиҙуллина Тәслимә Ғәйнулла ҡыҙына, Әбүбакирова Нәркәс Ғаяз ҡыҙына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тәмле аш, былау, шифалы сәйҙәр менән һыйлаусы ҡыҙҙарға , ихлас алҡыштары өсөн Ғәҙелгәрәй ауылы халҡына рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Дуҫлыҡ күпере артабан да дауам итһен, донъялар имен булһын

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас