Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль , 22:40

Иҫке Сибайҙа - хоккей

"Иҫке Сибайҙа Атайҙар ҡоро тарафынан ойошторолған быймала хоккей ҡыҙыу барҙы. Быйыл боҙ майҙансығында дүрт команда ярышты: "Атайсал" (өлкән йәштәге ағайҙар), "Ауыл йәштәре", "Алға" (уҡыусылар) һәм "Айыуҙар" (уҡыусылар).   еткерҙе. Быймала хоккей уйынында еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде. Һөҙөмтәләр: 1-се урын- "Атайсал", 2-се урын- "Ауыл йәштәре", 3-сө урын- "Алға", 4-се урын- "Айыуҙар;" Иң яҡшы һөжүмсе – Хаитов Алишер; Иң яҡшы һаҡсы- Хәлимов Салауат; Иң яҡшы ҡапҡасы- Бикҡолов Арслан; Иң өлкән уйынсы- Әбделхәликов Мирза; Иң йәш уйынсы- Мәхмүтов Фидан. 

Иҫке Сибайҙа - хоккей
Иҫке Сибайҙа - хоккей

"Иҫке Сибайҙа Атайҙар ҡоро тарафынан ойошторолған быймала хоккей ҡыҙыу барҙы. Быймала боҙ өҫтөндә йүгереү - тамашасы өсөн генә күңелле тамаша ул, ә бына спортсылар өсөн ҡатмарлы мәсьәлә. Ялтырап ятҡан боҙ өҫтөндә аяҡ өҫтө ҡалып, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына шайба индерергә кәрәк. Быйыл боҙ майҙансығында дүрт команда ярышты: "Атайсал" (өлкән йәштәге ағайҙар), "Ауыл йәштәре", "Алға" (уҡыусылар) һәм "Айыуҙар" (уҡыусылар). Күңелле көйҙәр аҫтында уйын бик дәртле һәм сәмле барҙы. Көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙо. Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Сәмиғулла улы Утарбаев уйынға йомғаҡ яһап: “Хоккей көсөргәнешле барҙы, бөтөн командалар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа спорт ярышы менән ҡәнәғәт ҡалды. Шуға ла бының ише сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға ниәтләйбеҙ", - тине. Шулай уҡ уйындың төп судьяһы Наил Рәфҡәт улына оло рәхмәттәрен еткерҙе. Быймала хоккей уйынында еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде. Һөҙөмтәләр: 1-се урын- "Атайсал", 2-се урын- "Ауыл йәштәре", 3-сө урын- "Алға", 4-се урын- "Айыуҙар;" Иң яҡшы һөжүмсе – Хаитов Алишер; Иң яҡшы һаҡсы- Хәлимов Салауат; Иң яҡшы ҡапҡасы- Бикҡолов Арслан; Иң өлкән уйынсы- Әбделхәликов Мирза; Иң йәш уйынсы- Мәхмүтов Фидан. Уйынды ойошторған, спонсор булған Атайҙар ҡорона рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ", - тип хәбәр иттеләр Иҫке Сибайҙан.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас