Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль , 18:20

Түбәнге Иҙрис ауылында матур сара

Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда Ҙур һәм татыу ғаилә һәм Рәсәй халыҡтарының Берҙәмлеге йылына арналған смотр -концерт дүрт ауылды берләштереп, нығыраҡ татыулаштырып "Берҙәмлектә, татыулыҡта Ғәбит сәсән төйәгендә" темаһы аҫтында үтте.  Концертта Муллаҡай, Ҡолсора ,Түбәнге ,Үрге Иҙрис үҙешмәкәр әртистәре иҫ китмәле сығыш яһаны.  Афарин!

Түбәнге Иҙрис ауылында матур сара
Түбәнге Иҙрис ауылында матур сара

Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда Ҙур һәм татыу ғаилә һәм Рәсәй халыҡтарының Берҙәмлеге йылына арналған смотр -концерт дүрт ауылды берләштереп,нығыраҡ татыулаштырып "Берҙәмлектә,татыулыҡта Ғәбит сәсән төйәгендә" темаһы аҫтында үтте. Иң оло рәхмәтемде ошо концертта ҡатнашҡан Муллаҡай ,Ҡолсора ,Түбәнге, Үрге Иҙрис үҙешмәкәр әртистәренә. Ҡул сабып йылы алҡыштар менән дәртләндергән ауылдаштарыма .Күмәкләп район смотр -бәйгеһен юғары кимәлдә үткәреп ебәрҙек. Ойошторорға ярҙам итеүсе Азат Ғафаров ,Мирхәт Ҡаһарманов ,Ғәфүр Йәнголов , Ғәлиә Абдрахманова һәм ансамбелдә шөғөлләнеүселәрҙең барыһына ла,,Әлфиә Вәхитоваға ,Тәслимә Мөхитоваға ,Фәнисә Ғафароваға, күргәҙмәгә ҡул эштәре менән һоҡландырыусы ,Ғәлиә Абдрахманова, Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Азат Ғафаров, Зилә Мостафина,Рәзифә Йосопова,Нәзирә Мөхәмәткужина, Фирдаус Самарбаева, Рәсимә Маннапова, Тәнзилә Султанова, Фәйрүзә Йәнгулова, Айһылыу Сынгизова ,Гүзәл Мөхәмәткужина һәм былау бешереп ,шифалы үҫемлектәрҙән сәй әҙерләү,окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе крһәткән Алмабикә Йомағужинаға, Нуриҙә Рамазановаға ҙур рәхмәттәр еткерәбеҙ .Берҙәмлектә көслөбеҙ ,бергәбеҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас