+24 °С
Ямғыр


Ауыл биләмәләре араһында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған художестволы үҙешмәкәрлек смотр-конкурсы дауам итә.
Төркмән ауыл мәҙәниәт йортонда 1- се Төркмән, Абҙаҡ, Әхмәр, 2-се Төркмән ауылы һәүәҫкәр әртистәре әҙерләгән, “Берҙәмлектә-беҙҙең көсөбөҙ” исемле тантаналы концерт үтте. Сараны дәртле концерт номерҙары, сағыу костюмдар һәм йылы алҡыштар биҙәне.