Новости
6 Февраль , 03:55

Үҙ эмбемалары булды

Районда уңышлы эшләп килгән "Атайҙар" ҡороноң үҙ атрибутикалары барлыҡҡа килде. 

Иҫке Сибай мәктәбенең “Атайҙар” ҡоро күптән инде уңышлы эшләп килә. Улар мәктәп коллективы менән берлектә уҡытыу һәм тәрбиә эштәрен алып бара. Төрлө спорт ярыштары ойошторалар, кисәләр уҙа.

Әле “Атайҙар” ҡороноң үҙ эмблемаһы һәм баннеры барлыҡҡа килде. Уның авторы - Булат Кашфулла улы Абдрафиков.

“Атайҙар” ойошмаһына артабан да уңыштар, изге теләктәр теләп ҡалабыҙ!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас