Новости
5 Февраль , 06:05

Яугирҙең лайыҡлы улы

"Һаҡлаусы - Фәрештә" ирекмәндәр штабы Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Фәнил Һунарғоловҡа ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был изге күңелле егет яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.  Ул төрлө болт һәм гайкалар йыйылмаһын тапшырҙы. Шулай уҡ «Изгелек ҡумтаһы»на 1000 һум аҡса һалды.  Фәнил атаһының лайыҡлы улы булып үҫә. Уның атаһы махсус хәрби операцияла ғүмерен Ватан өсөн бирҙе. Фәнилдең миҫалы барыбыҙға ла игелек, ярҙамсыллыҡ өлгөһө ул. Тап ошондай ғәмәлдәрҙән халыҡтың берҙәмлеге һәм үҙ иленә һөйөүенең ҙур көсө барлыҡҡа килә. Рәхмәт Һиңә, Фанил! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм изге күңелең өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Яугирҙең лайыҡлы улыЯугирҙең лайыҡлы улы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас