+21 °С
Болотло
3 февралдән Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында йорт хайуандарының ҡотороу ауырыуы менән зарарланыу хәүефе арҡаһында карантин иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, был сир Ленин урамындағы йорттарҙың береһенән таралған.
Тораҡ пункт биләмәһендә һыйырҙарҙы, һарыҡтарҙы, кәзәләрҙе, сусҡаларҙы, йылҡыны һәм башҡа хайуандарҙы вакцинациялау үткәрелә. Карантин ғәмәлдә булған осорҙа йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр тыйылған. Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитеты сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен билдәләй.