

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры Алмаз Абдрахманов пилотһыҙ осоу аппараты ғәскәрҙәренә кандидаттарға талаптар хаҡында һөйләне. Ябай операторҙарҙың йәше 45 йәштән артмаҫҡа тейеш. Ә FPV-дрондары операторҙарҙың йәше - 35 йәшкә тиклем. Белеме, һаулығы һәм физик әҙерлеге иҫәпкә алына. Дрондар менән идара итеү компьютер менән эшләү күнекмәләрен, аналитик фекерләүҙе, яҡшы вестибуляр системаны һәм үҫешкән ҡул моторикаһын талап итә.
Авиация частарында, спецназда хеҙмәт иткәндәр, IT, электроника йәки радиотехникала эшләгәндәр өҫтөнлөккә эйә. Геймерҙар, программистар, радиотехниктар һәм автомеханиктар ҙа ҡарала. Буласаҡ операторҙар махсус операцияла ҡатнашыусылар ҡатнашлығында уҡыу үҙәктәрендә әҙерлек курсы үтә. Программа кәм тигәндә ике ай дауам итә. БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү» чат-ботында табырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 122, +7 964 956-75-41, +7 960 805-75-76.