Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Февраль , 11:55

Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!

Һуңғы осор ҡурҡыныс ҡотороу ауырыуы таралыуы хәүефкә һала. Әлеге ваҡытта Янғаҙы, Һәмән, Беренсе Этҡол ауылдарында был ауырыу теркәлгән. Һәм был исемлектәге ауылдарҙың тағы ла артыуы бар. Ҡоторған бесәйҙән тешләнгән ир бик ауыр хәлдә дауаханала ятыуы айырыуса аяныслы. Берәҙәк бесәй-эттәрҙең күбәйгәндән-күбәйә барыуы ошо хәүефкә килтерә. Өҫтәүенә, ауырыу йоҡторған урман кейектәре (төлкө, һеләүһен һ.б.) кешеләргә яҡынлай. Кешеләр ҙә үҙҙәренә яҡын килгән, аҙыҡты ҡулынан алған йәнлектәрҙән шикләнмәй. Урман хайуандарының ҡыланышы улай булырға тейеш түгеллеген аңларға тейешбеҙ ҙә инде! Иң ҡурҡытҡаны балалар, әлбиттә. Сөнки улар урамдағы эт-бесәйҙәрҙе ҡосаҡлай, һыйпай. Балаларға был хәҙерге ваҡытта ни өсөн ҡурҡыныс булыуын аңлатырға кәрәк. Өйҙәге хайуандарға ла прививка эшләтегеҙ. Ауылдағы ветеринарҙарға йәки Баймаҡ ҡалаһында ветеринар станцияға мөрәжәғәт итергә була. Тел. 3-17-11, 89696118177. Хайуандарҙан тешләнһәгеҙ, мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәклеген онотмағыҙ!  

Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!
Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!

Һуңғы осор ҡурҡыныс ҡотороу ауырыуы таралыуы хәүефкә һала. Әлеге ваҡытта Янғаҙы, Һәмән, Беренсе Этҡол ауылдарында был ауырыу теркәлгән. Һәм был исемлектәге ауылдарҙың тағы ла артыуы бар. Ҡоторған бесәйҙән тешләнгән ир бик ауыр хәлдә дауаханала ятыуы айырыуса аяныслы.

Берәҙәк бесәй-эттәрҙең күбәйгәндән-күбәйә барыуы ошо хәүефкә килтерә. Өҫтәүенә, ауырыу йоҡторған урман кейектәре (төлкө, һеләүһен һ.б.) кешеләргә яҡынлай. Кешеләр ҙә үҙҙәренә яҡын килгән, аҙыҡты ҡулынан алған йәнлектәрҙән шикләнмәй. Урман хайуандарының ҡыланышы улай булырға тейеш түгеллеген аңларға тейешбеҙ ҙә инде!

Иң ҡурҡытҡаны балалар, әлбиттә. Сөнки улар урамдағы эт-бесәйҙәрҙе ҡосаҡлай, һыйпай. Балаларға был хәҙерге ваҡытта ни өсөн ҡурҡыныс булыуын аңлатырға кәрәк.

Өйҙәге хайуандарға ла прививка эшләтегеҙ. Ауылдағы ветеринарҙарға йәки Баймаҡ ҡалаһында ветеринар станцияға мөрәжәғәт итергә була. Тел. 3-17-11, 89696118177.

Хайуандарҙан тешләнһәгеҙ, мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәклеген онотмағыҙ!

 

Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!
Хайуандан тешләнһәң, мотлаҡ дауаханаға бар!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас