Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Февраль , 10:35

Батыр яугир иптәштәрен ҡотҡарған

Яралы иптәштәренә ВСУ дрондары һөжүм итеүен ишетеү менән, Ирек яу урынына атлыға. Ул өс дронды юҡ итә. Унан иптәштәренә беренсе медицина ярҙамды күрһәтеп, уларҙы хәүефһеҙ яҡҡа алып сыға.

Батыр яугир иптәштәрен ҡотҡарғанБатыр яугир иптәштәрен ҡотҡарған
Батыр яугир иптәштәрен ҡотҡарған

Туймазы районы хакимиәте батыр егеттәре тураһында командованиенан Рәхмәт хаты алды. Иректең яҙыуынса, быйыл ғинуарҙа ул хәрби бурысты үтәү барышында яраланған иптәштәрен ҡотҡара. Улар үҙаллы эвакуациялана алмай, сөнки уларҙы ВСУ дрондары һөжүм итә. Был хаҡта ишеткәс, Ирек, икеләнмәйенсә, һуғыш урынына атлыға. Башҡортостан яугире дошмандың өс дронын юҡ итә, унан иптәштәре янына барып етә. Уларға беренсе ярҙам күрһәтә һәм уларҙың хәүефһеҙ зонаға сығыуын ойоштора. Афарин, ирек. Имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын барығыҙға ла!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас