-4 °С
Болотло
Бәләбәй районында дүрт кеше һәләк булған. Бәләбәй-Аксаков-Аксенов автомобиль юлының 27-се километрында КамАЗ менән «Лада Гранта» бәрелешкән. Авария урынында еңел автомобилдәге 4 кеше һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тикшереү бара, тип белдерҙе баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов.