+21 °С
Болотло
2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған һәм хроник ауырыуҙарҙың ауыр формалары менән яфаланған инвалидтарға республика бюджетынан ярҙам күрһәтелә. 2025 йылда был маҡсатҡа 214 миллион һум йүнәлтелгән, 58 кеше торлаҡ алған. Шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла был йүнәлештә ярҙам күрһәтелә. Былтыр ошо категорияға ҡараған 947 кеше торлаҡлы булған. Башҡортостан Башлығы төбәктең Төҙөлөш Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм муниципалитеттарға алып барылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала.