Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Февраль , 09:20

Биш миллион һум аҡса урлаған

Баймаҡ районында шәхси эшҡыуар милли проект буйынса 5 миллион һум самаһы аҡса урлаған. Баймаҡ район суды енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылған шәхси эшҡыуарҙы РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө (айырыуса ҙур суммалағы мутлашыу) буйынса хөкөм итте.

Судта Баймаҡ районында йәшәүсенең 2023 йылда ауыл хужалығы министрлығына малсылыҡты үҫтереүгә төбәк бюджетынан субсидия алыу өсөн ғариза яҙыуы асыҡлана. Профиль белеме булыуы тураһындағы дөрөҫ булмаған мәғлүмәт менән уға милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” программаһы буйынса 5 миллион һумға яҡын аҡса бирелә.

Ғәйепләнеүсе ғәйебен тулыһынса таныны. Суд уға шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне, шулай уҡ 200 000 һум штраф һалынды. Бынан тыш, Министрлыҡтың бирелгән аҡсаны ҡайтарыу буйынса дәғүә ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде.

Р. М. Әминев, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас