+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса йөкләмәләре алдағы ике аҙна эсендә формалаштырыласаҡ. Был Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров 30 ғинуарҙа уҡып ишеттергән Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе махсус хәрби операцияға арналды. "Еңеү — бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме. Башҡортостан өсөн. Рәсәй өсөн. Барыһы ла Еңеү өсөн девизы аҫтында эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ",- тине Радий Хәбиров.