Баймаҡ районында полиция хеҙмәткәренә ҡарата көс ҡулланыу һәм мөлкәткә аңлы рәүештә зыян килтергән өсөн бер ҡатын хөкөм ителде. Ул РФ Енәйәт кодексының 318-се статьяһының 2-се өлөшө, 167-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәттәр ҡылыуҙа (хөкүмәт вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу, аңлы рәүештә мөлкәткә зыян килтереү) ғәйепләнә.
Тикшереү буйынса, былтыр ноябрҙә участка уполномоченныйы ғәйепләнеүсенең өйөнә уның ғаризаһы буйынса тикшереү үткәреү өсөн килә. Ҡатын аңлатыу бирергә теләмәй һәм полиция хеҙмәткәренең формаһына йәбешә башлай, һүгенә, әҙәпһеҙ ҡылана. Шуға күрә был ҡатын ҡулға алына һәм полиция бүлегендә административ протокол төҙөү өсөн машинаға ултыртыла. Әммә юлда, алда ултырған ғәйепләнеүсе, аяғы менән рулгә, шулай уҡ полиция хеҙмәткәренең ҡулына һуға. Һөҙөмтәлә машина юл фажиғәһенә тарый.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуын таныны. Эш, хөкөм ҡарары сығарыу өсөн, Баймаҡ район судына тапшырылды.
Р. М. Әминев, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.