+21 °С
Болотло
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған ике яҡташ яугиргә: Бетерәнән мобилизацияланған Артур Ғәҙелшинға һәм Билалдан Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа ташланған Рәдиф Сирусинға, һәләк булғандан һуң, “Ҡаһарманлыҡ” ордены тапшырылды. Уны Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов яу ҡырында күрһәткән батырлыҡтары, ҡыйыулыҡтары, Ватаныбыҙ алдында ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәгәндәре өсөн яугирҙәргә ҡаралған был дәүләт наградаларҙы Артурҙың әсәһе Сәрүәр апай, ә Рәдиф Сирусиндың орденын уның ҡатыны Гөлнәфис Сирусинаға бирҙе.
Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы мәңгелек. Халыҡ хәтере мәңгелек!