

Байыш ауылында йылдағыса Ватанды һаҡлаусылар исеменә , Махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә һәм бөгөнгө көндә лә хеҙмәтен дауам итеүсе егеттәр исеменә волейбол турниры уҙҙы. 2 йыл буйына турнир бағыусылар булып МХО-ла хеҙмәт иткән егеттәребеҙ тора. Былтыр "Карим" позывнойлы ауылдашыбыҙ булһа , быйылғы турнирҙа -"Баиш" позывнойлы яугирыбыҙ булды. Егеттәребеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Турнирға бөтәһе 10 команда йыйылды. Байыш ауылынан 2 команда, Ишмөхәмәт, Йәнйегет, Урғаҙа, 2-се Этҡол ауылдары командаһы,Төркмән зонаһының "Ирәндек", Баймаҡ ҡалаһынан УТЭК командалары, Сибай ҡалаһы , Хайбулла районының Иҫәнгилде ауылы командаһы ҡатнашты. Сара иртәнге 10 асылды. Турнир алдынан музей етәксеһе Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы егеттәрҙе МХО ға арналған экспозиция менән таныштырып, уның нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләп үтте. Турнир етәксеһе , мәктәп директоры Фәнил Мортазин егеттәрҙе сәләмләп, сараның маҡсаты тураһында, уйын барышында хәүефһеҙлек һаҡлау тураһында һөйләп ,егеттәргә уңыштар теләп үтте. Турин иртәнге 10-дан киске 20:00 тиклем барҙы.Уйын бик ҡыҙыу, көсөргәнешле булды. Спортсмендар көслө, профессиональ, матур уйын күрһәтте. Финалға 3 команда сыҡты. 1-се урын "Ирәндек" командаһы яуланы. Команданың тренеры Әсҡәт Мәжит улы спортсмендарын хуплап, ҡеүәтләп торҙо. 2-се урынды 2-се Этҡол командаһы алып ҡайтты. 3-сө урын Сибай ҡалаһы командаһына эләкте. Спортсмендарға, тренерҙарға, ойоштороусы егеттәргә, егеттәрҙе ашатып-эсереүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.
#СәләмәтАуыл2026 #БаймаҡҠоролтайКонкурсы #СВОиVКультуре