

Бөгөн Ниғәмәт ауылының хоккей майҙансығында БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Һибәтуллин Нурмөхәмәт Мырҙағәле улының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған быйма менән хоккей ярышы үтте. Унда Ниғәмәттән - ике, Икенсе Этҡолдан бер команда ҡатнашты. Ярыш 40 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында булыуына ҡарамаҫтан бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә Ниғәмәттән Рахманғолов урамы командаһы - 3-сө, Икенсе Этҡол командаһы - 2-се, Ниғәмәт урамы командаһы 1-се урын яуланы. Әйткәндәй, Ниғәмәт урамы бик яҡшы уйын күрһәтте һәм өсөнсө йыл рәттән күсмә кубокты алыуға иреште. Айырым номинацияларҙа "Иң яҡшы уйынсы"- Арсланов Рауил, "Иң яҡшы һөжүмсе"- Утарбаев Самат, "Иң яҡшы ҡапҡасы"- Ғатауллин Ижат, "Иң яҡшы һаҡсы"- Ғүмәров Айнур, "Иң оло уйынсы"- Ғәббәсов Йәүҙәт танылды. Уйынсыларға грамота, миҙал, бүләктәр тапшырылды. Ярышты данлыҡлы механизаторҙың улы Ринат Һибәтуллин ойошторҙо, уның ғаиләһе уйынсыларҙы эҫе сәй менән һыйланы. Әйткәндәй, Ниғәмәттә аҙна һайын хоккей ярыштары үтә, афарин!