+21 °С
Болотло
Яңғаҙы ауылында ҡотороу ауырыуы буйынса карантин индерелде Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, Вәлиди урамындағы шәхси хужалыҡта эпизоотик усаҡ менән билдәләнгән. Документҡа ярашлы, бында ваҡытлыса хайуандарҙы дауалау, дәүләт хеҙмәте белгестәренән башҡа сит кешеләрҙең килеүе тыйыла. Карантин индереү шулай уҡ вакцинацияланғандарҙан тыш хайуандарҙы индереүҙе, күргәҙмәләр, йәрминкәләр һәм хайуандар ҡатнашлығындағы башҡа саралар үткәреүҙе тыя. Янғаҙы ауылы сиге хәүефле булып һанала. Сикләүҙәр аҫтында ҡалған территорияла йәрминкәләр, күргәҙмәләр һәм хайуандарҙы туплау һәм күсереү менән бәйле башҡа саралар үткәреү тыйыла.