Рәсәй муниципаль форумының делегаттарының береһе, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев "Махсус хәрби операцияла ла, дәүләт хеҙмәтендә лә дисциплина кәрәк» тигән фекерҙә. Бөгөн ул «Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары» йүнәлеше буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша. Бынан алда батыр яугир генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгәйне. "Муниципаль хеҙмәттә эшләүе ҡатмарлыраҡ. Сөнки фронтта бойороҡтар менән эш итәһең. Ә урындағы халыҡ менән улай ғына эшләп булмай"-ти Шамил Сәғәҙи улы. Уның һүҙҙәренсә, хәрби тәжрибә Тыуған илеңдә идара итеү эшмәкәрлегендә бик файҙалы : ауыл советы башлығы булараҡ, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү, ярҙамсыл булыу һәм һәр ваҡыт кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә ҡалыу мөһим. Уртаҡ тел табырға ла кәрәк.