Новости
30 Ғинуар , 13:10

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Бөгөн һәр кем өсөн иң мөһим ваҡиға ул республика Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе булды. Иғтибар менән, йөрәкһеп тыңланым. Радий Фәрит улының "Барыһы ла Еңеү өсөн!" тигән һүҙҙәре беҙҙең хәҙерге тормошто асып бирҙе. Махсус хәрби операция дүртенсе йыл бара, ул илебеҙ өсөн ҙур һынауға әүерелде. Рәсәй яугирҙәренең көсө, ныҡлығы һәм батырлығы ғына беҙҙең һәм киләсәк быуындар өсөн тыныс һәм имен тормошто тәьмин итәсәк. Тап шуға күрә беҙ МХО-ның беренсе көнөнән ЕҢЕҮ өсөн барыһын эшләргә, яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Баймаҡ эшҡыуарҙары был йәһәттән бик әүҙем һәм берҙәм. Радий Фәрит улының яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн ҡаралған ярҙам саралары тураһында ла ныҡ итеп әйтеп үтеүе оҡшаны. Сөнки яугирҙәребеҙ тыныс булһын өсөн беҙ уларҙың ғаиләләре тураһында ла хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. 

Барыһы ла Еңеү өсөн!Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!

Гөлкәй Исмәғилева - Баймаҡ районында танылған эшҡыуарҙарҙың береһе. Гөлкәй Айрат ҡыҙы "Малая Родина - Сила России" Бөтә Рәсәй форумы делегаты ла. Унан ошо көндәрҙәге сәфәре тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

- Бөгөн һәр кем өсөн иң мөһим ваҡиға ул республика Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе булды. Иғтибар менән, йөрәкһеп тыңланым. Радий Фәрит улының "Барыһы ла Еңеү өсөн!" тигән һүҙҙәре беҙҙең хәҙерге тормошто асып бирҙе. Махсус хәрби операция дүртенсе йыл бара, ул илебеҙ өсөн ҙур һынауға әүерелде. Рәсәй яугирҙәренең көсө, ныҡлығы һәм батырлығы ғына беҙҙең һәм киләсәк быуындар өсөн тыныс һәм имен тормошто тәьмин итәсәк. Тап шуға күрә беҙ МХО-ның беренсе көнөнән ЕҢЕҮ өсөн барыһын эшләргә, яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Баймаҡ эшҡыуарҙары был йәһәттән бик әүҙем һәм берҙәм. Радий Фәрит улының яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн ҡаралған ярҙам саралары тураһында ла ныҡ итеп әйтеп үтеүе оҡшаны. Сөнки яугирҙәребеҙ тыныс булһын өсөн беҙ уларҙың ғаиләләре тураһында ла хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Радий Хәбировтың сығышынан һуң әле эшләнгән эштәремдән тыш Еңеү өсөн тағы ниҙәр башҡара алыуыбыҙ тураһында ныҡлап уйландым.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас