

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар подразделениеһы ғәскәрҙәренең яңы төрөнә контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Ул былтыр йыл аҙағында барлыҡҡа килде һәм иң талап ителгәндәрҙең береһе булып һанала. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров тәүгеләрҙән булып МХО зонаһында дрондар ҡуллана башлай. Ул үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм пилотһыҙ аппарат объективы аша «һуғышты күрергә» өйрәнә. Хәҙер Илья башҡаларға ярҙам итә. Яҡташыбыҙ хәрби комиссариатта эшләй, буласаҡ контрактсыларға консультациялар бирә һәм документтар әҙерләй. Уның һүҙҙәренсә, дрондар бөтә ерҙә лә ҡулланыла, сөнки улар оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә.
БПЛА операторҙарын әҙерләү махсуслаштырылған уҡыу үҙәгендә ике ай дауам итә. Оборона министрлығы менән контракт яугирҙе уның ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсермәүҙәрен гарантиялай. Хеҙмәт һөҙөмтәлелеге өсөн бөтә льготалар һәм премиялар ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 122 телефоны аша белергә мөмкин.