Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы педагогия вуздарына уҡырға инеү өсөн БДИ-ның минималь балдарын билдәләне. Бойороҡ тексынан күренеүенсә, мәғариф министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йортона инеү өсөн рус теленән — 42 балл, профилле математиканан 40 балл йыйырға кәрәк. Физика, әҙәбиәт, география кеүек предметтар өсөн дә 40 балдан кәмерәк булмаҫҡа тейеш. Биологиянан һәм химиянан — 39 балл, тарихтан — 38 балл, сит телдәрҙән 35 балл талап ителә. Информатиканан — 45 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән — 42 балл. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары юғарыраҡ балл билдәләргә хоҡуҡлы, шуға күрә абитуриенттарға вуздың рәсми ресурстарындағы мәғлүмәт менән ентекләберәк танышырға кәңәш ителә. Хәбәр иткәнебеҙсә, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт БДИ-ға ғариза биреү көнө билдәләне. Төп этап 1 июндән 9 июлгә тиклем үткәрелә.