Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар , 18:40

Башҡортостан Башлығы Актерҙар йортон ремонтларға ҡушты

Финанслау сығанағы – «Өфө» халыҡ-ара аэропорты.

Башҡортостан Башлығы Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирҙе. Финанслау сығанағы – «Өфө» халыҡ-ара аэропорты.

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров вице-премьер Рөстәм Ғәзизовҡа 2026 йылда 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты.

– Бина Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан. Мин асыҡ конкурс үткәрергә тәҡдим итер инем, – тине республика етәксеһе. – Бурыс шундай: иғтибарҙы йәлеп итеп торған матур бина төҙөргә. Эске яҡтан ремонт ҡына кәрәк, мине тәү сиратта фасадтар ҡыҙыҡһындыра. Яҡында ғына Совет майҙаны. Эстә 2 ресторан, 2 зал, китапхана бар. Кешеләр килһен өсөн тырышып эшләгеҙ. Радий Хәбиров бинаның эсендә асыҡ музей йәки галерея эшләргә ҡушты.

– Был тарихи ваҡиға. Һеҙ иһә 55 йыл эсендә Актерҙар йортона килгән тәүге республика етәксеһе. Театралдар өсөн был оло әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас