-17 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Өфөлә грэпплинг спорт көрәше буйынса республика ярыштары үтте. Иҫке Сибай Альберт Илғыуатов иң көслөһө булып беренсе урын алды. Афарин! Был ҙур еңеү! Альберт "Кобра" спорт клубының ғорурлығы, унда беренсе кластан шөғөлләнә. Грэпплинг, һәр етди спорт төрө кеүек үк, иҫ киткес ихтыяр көсөн, дисциплинаны һәм сыҙамлыҡты талап итә. Тиҙҙән Альбертты яңы һынау көтә. Ул Мәскәү өлкәһенең Наро – Фоминск ҡалаһында Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашасаҡ. Альбертҡа еңеү теләйбеҙ. Альберт беҙҙең райондың ғына түгел, ә бөтә республиканың да намыҫын яҡлаясаҡ! Уға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!