-17 °С
Болотло
Тубә ауылында Лаврентьев Владислав Николаевич иҫтәлегенә арналған волейбол турниры үтте. Владислав 2022 йылдың сентябрендә МХО-ға саҡырыла 2024 йылдың сентябрендә, хәрби бурысын үтәгәндә, һуғыш яланында батырҙарса һәләк була. Лаврентьевтар ғаиләһе Владислав иҫтәлегенә волейбол турниры үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны. Беренсе урынды Икенсе Этҡол, икенсе - Ҡуянтау, өсөнсө урынды Баймаҡтың яғыулыҡ-энергетика колледжының командаһы алды. Лаврентьевтар ғаиләһе еңеүселәргә һәм бар ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы, унан сәй табыны ойошторҙо.
Батыр яугирҙәребеҙ беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр!