Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар , 13:20

"Ғаилә" милли проектына ярашлы

1 февралдән, Рәсәйҙең Социаль фонды пособиеларын һәм түләүҙәрен индексациялағандан һуң, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие яҡынса 33 мең һум була.  Аҡсаны ата-әсә булған һәр кем алырға мөмкин, килеме, эшләү-эшләмәүе мөһим түгел. Эшләп йөрөгән ата-әсәгә пособие автоматик рәүештә эш биреүсе аша күсерелә. Эшләмәгәндәр Социаль фондҡа ғариза бирә ала. Бер тапҡыр бирелә торған пособиеға ғаризаны бала тыуғандан һуң 6 ай эсендә бирергә кәрәк. Әгәр игеҙәк йәки өс игеҙ бала тыуһа, түләү һәр балаға тәғәйенләнә. 

1 февралдән, Рәсәйҙең Социаль фонды пособиеларын һәм түләүҙәрен индексациялағандан һуң, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие яҡынса 33 мең һум була. Был  ғаиләләргә Социаль фондтың, шул иҫәптән «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән ярҙам сараларының береһе генә.

Социаль фондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда Башҡортостандың 23 меңдән ашыу ғаиләһенә ошондай пособие түләнгән. Аҡсаны ата-әсә булған һәр кем алырға мөмкин, килеме, эшләү-эшләмәүе мөһим түгел. Эшләп йөрөгән ата-әсәгә пособие автоматик рәүештә эш биреүсе аша күсерелә. Эшләмәгәндәр Социаль фондҡа ғариза бирә ала. Ошо һәм башҡа түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн рәсмиләштерергә йәки ғаризаһыҙ алырға мөмкин. Бер тапҡыр бирелә торған пособиеға ғаризаны бала тыуғандан һуң 6 ай эсендә бирергә кәрәк. Әгәр игеҙәк йәки өс игеҙ бала тыуһа, түләү һәр балаға тәғәйенләнә. Пособиены ата-әсәнән тыш, опекундар һәм уллыҡҡа алыусылар ҙа алырға мөмкин. 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас