Әлеге ваҡытта Башҡортостанда һауа температураһының ныҡ түбәнәйеүе күҙәтелә. Шуға күрә Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә һаҡланырға кәңәш итә.
Һыуыҡта руль артында айырыуса иғтибарлы булығыҙ һәм мөмкин булһа, алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ.
Юлға сығыр алдынан мотлаҡ автомобилегеҙҙең техник торошон тикшерегеҙ. Бакта яғыулыҡ етерлек, бөтә яҡтылыҡ приборҙары эшләргә тейеш.
Юлға үҙегеҙ менән йылы кейем, уңайлы аяҡ кейеме һәм телефон өсөн зарядканы алырға онотмағыҙ.
Юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙа дежурҙа була. Улар ауыр хәлдә ҡалған водителдәргә ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы дәүләт автоинспекцияһының юл - патруль хеҙмәте: 235-84-02, 233-27-31,