Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар , 22:45

Ниғәмәттә - хоккей

Ниғәмәт ауылының боҙ майҙансығында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы кубогына шайба менән хоккей турниры үтте.  бағышланды. Хакимиәт башлығы Амур Әминев турнирҙы асып, бындай ярыштарҙың район спортсыларын берләштереүҙә, йәштәрҙә спортҡа һөйөү уятыуҙа ҙур роль уйнауы тураһында әйтеп үтте. Ярышта Иҫке Сибайҙан ике, Ниғәмәттән бер команда көс һынашты.  Төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Иҫке Сибай ауылының «Атайсал» йәштәр командаһы беренсе, ошо уҡ ауылдың ололар командаһы - икенсе, Ниғәмәт ауыл командаһы - өсөнсө урынды яуланы. "Иң яҡшы уйынсы" булып Ибраһим Ибраһимов, "Иң яҡшы һөжүмсе" тип Искәндәр Ғәлин, "Иң яҡшы һаҡсы" тип Салауат Хәлилов, "Иң яҡшы ҡапҡасы" тип Флорид Илтинин билдәләнде. Айрат Кусеев "Иң яҡшы көйәрмән" булды.  

Ниғәмәттә - хоккей
Ниғәмәттә - хоккей

24 ғинуар Ниғәмәт ауылының боҙ майҙансығында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы кубогына шайба менән хоккей турниры үтте. Турнир Рәсәйҙә иғлан ителгән Милләттәр дуҫлығы һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаиләләр Йылына бағышланды. Хакимиәт башлығы Амур Әминев турнирҙы асып, бындай ярыштарҙың район спортсыларын берләштереүҙә, йәштәрҙә спортҡа һөйөү уятыуҙа ҙур роль уйнауы тураһында әйтеп үтте. Ярышта Иҫке Сибайҙан ике, Ниғәмәттән бер команда көс һынашты. Уйын бик ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле барҙы. Көйәрмәндәр үҙ командаларының еңеүен ихлас ҡеүәтләп торҙо. Турнир араларында Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре хоккейсыларҙы ла, көйәрмәндәрҙе лә эҫе билмән һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Төрлө йәштәге спорт һөйөүселәрҙе бер майҙанға йыйған ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Иҫке Сибай ауылының «Атайсал» йәштәр командаһы беренсе, ошо уҡ ауылдың ололар командаһы - икенсе, Ниғәмәт ауыл командаһы - өсөнсө урынды яуланы. "Иң яҡшы уйынсы" булып Ибраһим Ибраһимов, "Иң яҡшы һөжүмсе" тип Искәндәр Ғәлин, "Иң яҡшы һаҡсы" тип Салауат Хәлилов, "Иң яҡшы ҡапҡасы" тип Флорид Илтинин билдәләнде. Айрат Кусеев "Иң яҡшы көйәрмән" булды. Уларға һәм барлыҡ хоккейсыларға ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы төбәктәге спорт сараларын үҫтереүгә һәм үткәреүгә үҙ өлөшөн индерә.Был юлы ла ойошма ярыштан ситтә ҡалманы. Хоккей спортын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем пропагандалағаны өсөн Иҫке Сибайҙан Илнар Утарбаев, Вәкил Янбаев, Ниғәмәттән Самат Утарбаев Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының дипломдарына һәм бүләктәренә лайыҡ булды. Турнирҙы үткәреүгә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән район ветеринария станцияһы начальнигы Рәил Әбүбәкировҡа, «Салауат» ЯСЙ йәмғиәте рәйесе Илшат Мөхәмәтғәлиевҡа, шәхси эшҡыуар Илсур Абдуловҡа, шулай уҡ Миңһылыу Юнысоваға, Фәнүзә Рәхимоваға, Әсфәр Ырыҫҡужинға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Быйылғы йылда ла ауылдың хоккей майҙансығы йәштәрҙең дә, ололарҙың да тауыштарынан яңғырап торор тип ышанабыҙ. Хәрәкәттә - бәрәкәт!

Гөлбикә Кейекбаева.

Автор:
Читайте нас