Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 16:10

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы

Бөгөн  “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2026 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы

Һаҡмар” дуҫтарын йыйҙы

Бөгөн  “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2026 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

Һаҡмар” дуҫтарын йыя” исемле сарала район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, почта хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, редакция коллективының үҙенең дуҫтарын йыйып, һәр подписка һайын уларҙы тәбрикләүе, бергәләшеп алға аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы матур йолаға әүерелгән. Һәм был юлы ла ошо традицияға тоғро ҡалып, милләтебеҙҙең иң аҫыл егет һәм ҡыҙҙарын ошо тантанаға йыйҙыҡ.

2026 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы еңелдән булманы, уға тормошобоҙҙағы, донъялағы хәл-ваҡиғалар ҙа кире йоғонто яһамай ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, ошо сарала ҡатнашыусыларҙың, район, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең, район Советының, мәғариф бүлегенең, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының, “Ағинәйҙәр" ойошмаларының, почта хеҙмәткәрҙәренең, ҡала һәм райондың хеҙмәт коллективтарының тырышлығы һәм ныҡышмалы хеҙмәте менән “Һаҡмар” гәзите үҙ тиражын һаҡлап ҡына ҡалманы, ә бер аҙ арттырыуға ла өлгәште. Быны бөгөнгө шарттарҙа үҙенә күрә ҙур еңеү тип баһаларға кәрәк.

Подписка йомғаҡтары буйынса Билал (хакимиәт башлығы Иҫәнъюлов Данис Рәфҡәт улы), Таулыҡай (Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы), Беренсе Этҡол (Йәнбирҙин Илгиз Ғәлимнур улы), Ишбирҙе (Иҙелбаев Динар Радик улы), Ниғәмәт (Әминев Амур Зиннәтулла улы), Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы), Темәс (Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы), Әбделкәрим (Мусина Әлфиә Ибраһим ҡыҙы), Ҡолсора (Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы), Ишмөхәмәт (Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы), Сибай (Сибаев Айнур Мөхтәр улы), Семеновск (Сәлимов Рәсүл Фәрит улы), Мерәҫ (Нәҙербаев Шамил Сәғәҙи улы) ауыл биләмәләре иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Татлыбай, Моҡас, Бикеш ауыл биләмәләре лә гәзиткә яҙылыуҙы тейешле кимәлдә ойошторҙо. Ә бына башҡа ауыл биләмәләрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираждың кәмеүе күҙәтелде.

Үҙенең тәбрикләү сығышында Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова баҫманың тоғро дуҫтарына рәхмәт белдерҙе, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ул ошо бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәрҙе Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Почта хеҙмәткәрҙәре араһында иғлан ителгән конкурста Беренсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Гөлнара Йәндәүләтова еңеп сыҡты – уға Почет грамотаһы һәм аэрогриль тапшырылды.

Эште яҡшы ойошторғандары, район баҫмаһының тиражын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәндәре өсөн Таулыҡай почта бүлексәһе начальнигы Гөлсинә Үҙәнбаева, Икенсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Нәсимә Мәхмүтова, Ниғәмәт почта бүлексәһе начальнигы Гөлсинә Әминева, Ярат почта бүлексәһе начальнигы Нәжиә Йәнбирҙина, Мерәҫ почта бүлексәһе начальнигы Миләүшә Килдейәрова, Ишмөхәмәт почта бүлексәһе начальнигы Фирүзә Язарова, Темәс почта бүлексәһе почтальоны Гөлсиә Ишҡыуатова, Таһир ауылы почтальоны Ләйсән Байраҡаева, Әбделкәрим почта бүлексәһе почтальоны Гөлгенә Зарипова, Билал почта бүлексәһе почтальоны Динә Ғүмәрова, Ҡолсора почта бүлексәһе почтальоны Миңлегөл Латыпова, Беренсе Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлев, Татлыбай ауылы почтальоны Ғәзимә Йәнтүрина Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хатына һәм бүләгенә лайыҡ булды.

Һаҡмар” гәзитен халыҡ араһында таратыуға, уның тиражын һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре, милли матбуғатты әүҙем пропагандалағандары өсөн райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, Темәс психоневрология интернаты директоры Жанна Ирмәкова, Беренсе Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Сәғәҙәтова, Ишбирҙе ауыл биләмәһенең ҡорорлтай рәйесе Сәлим Иҫәндәүләтов, Татлыбай ауыл биләмәһенең һалым буйынса белгесе Ләйсән Әхмәҙуллина, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова, Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева, Сәйғәфәр ауыл клубы мөдире Лена Алсынбаева, Бетерә ауылынан шәхси эшҡыуар Гүзәл Аслаева, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, матбуғат ветераны Әлфиә Байегетова тәбрикләнде.

Райондың мәғариф учреждениелары араһында иғлан ителгән “Бөтә коллектив менән - “Һаҡмар”ға!” конкурсында Өмөтбай урта мәктәбе (директоры – Дилә Бүләкова), Ҡаратал мәктәбе (директоры – Рим Йәнбирҙин) һәм Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы (мөдире – Рәзинә Байегетова) коллективтары еңеп сыҡты. Уларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы йылына ике тапҡыр ауыл биләмәләре араһында “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы иғлан итә һәм ул үҙ емештәрен бирә. Әлеге конкурста Беренсе Этҡол һәм Ишбирҙе ауыл биләмәләре лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы. Икенсе урынды – Ниғәмәт, Таулыҡай, Темәс, Ярат, өсөнсө урынды Әбделкәрим Билал, Ишмөхәмәт, Семеновск, Ҡолсора, Мерәҫ һәм Сибай ауыл биләмәләре алды. Уларға Ҡоролтайҙың дипломдары һәм аҡсалата премиялары тапшырылды.

Милли матбуғатты әүҙем пропагандалағаны, “Һаҡмар” гәзитен халыҡ араһында таратыуға, баҫманың тиражын арттырыуға тос өлөш индергәне өсөн район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһына һәм бүләгенә лайыҡ булды.

Үҙенең тәбрикләү сығышында Иҙел Данил улы гәзит коллективының матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһап, иң-иңдәрҙе билдәләүен юғары баһаланы, журналистарға, подписканы ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалғандарға рәхмәт белдерҙе.

Матбуғат кампанияһы осоронда ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн район Советы, районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, үҙәк район китапханаһы, Темәс психоневролгия интернаты, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта даими бағыусылыҡ ярҙамдары өсөн КФХ башлыҡтары Гөлнара Байрамғолова, Нияз Уразбаев, Көнһылыу Иҙрисова, Азат Абайҙуллин һәм башҡаларға тәбрик һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Һаҡмар” гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. Ағымдағы матбуғат кампанияһы был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
"Һаҡмар" дуҫтарын йыйҙы
Автор:
Читайте нас