Новости
22 Ғинуар , 07:18

“Йондоҙло”ноң йондоҙло сәғәте!

Баймаҡ ҡалаһының “Йондоҙло” балалар баҡсаһы иң яҡшы, уңышлы эшләп килгән балалар учреждениеһының береһе. Ошо көндәрҙә улар быны тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

“Йондоҙло”ноң йондоҙло сәғәте!

Баймаҡ ҡалаһының “Йондоҙло” балалар баҡсаһы иң яҡшы, уңышлы эшләп килгән балалар учреждениеһының береһе. Ошо көндәрҙә улар быны тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Педагогтар З.С. Ишдәүләтова, Г.Х. Фәизова, Г.Р. Ҡаһарманова, Р.Х. Һөйөндөкова һәм Р.И. Шәрәфетдинова “Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы – 2025” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан ине. Ошо көндәрҙә уның һөҙөмтәһе билдәһе булды. Ә ул бик тә ҡыуаныслы – “Йондоҙло”лар икенсе урынға лайыҡ булған. Педагогик коллективты уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас