+24 °С
Ямғыр
“Сәләмәт ауыл” программаһы сиктәрендә Ниғәмәт ауылының мәҙәниәт йортонда “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” уйыны үтте. Уны Ҡуянтау ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Әҡлимә Үтәмышева ойошторҙо.
Уйында Темәс, Икенсе Этҡол, Һаҡмар ауылдарынан командалар ҡатнашты. Улар район һәм республика буйынса бирелгән һорауҙарға яуап эҙләне. Башлыса тәбиғәт һәйкәлдәре, арҙаҡлы шәхестәр тураһында ҡыҙыҡлы һорауҙар ҡуйылды. Ял минуттарын Рәил Хәсәнов, Фәниә һәм Динар Мәжитовтар матур йырҙары менән биҙәне. “Наза” бейеү ансамбле “Тирәккәйем” бейеүен сәхнәләштерҙе.
Уйын булғас, еңеүсеһе лә бар. Беренсе урынды “Этҡолдар”, икенсе урынды Темәс ауылының “Дуҫлыҡ”, өсөнсө урынды Һаҡмар ауылының “Ҡаҡтуға” командалары яуланы.