Новости
18 Ғинуар , 06:40

Водитель ҡотҡарылған

Төндә Комсомол һәм Урал ауылдары араһындағы трассала 55 йәшлек водитель ҡотҡарылған. Көслө һыуыҡтар арҡаһында ул юлда туҡтап ҡала.  Районда һауа шарттары ҡатмарлы булып ҡала-водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға һәм юлдарҙағы һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 номерына  шылтыратырға кәңәш ителә.

Баймаҡ районында төндә Комсомол һәм Урал ауылдары араһындағы трассала 55 йәшлек водитель ҡотҡарылған. Көслө һыуыҡтар арҡаһында ул үҙаллы сыға алмай һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Ярҙамға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт  комитеты хеҙмәткәрҙәре Сибайҙан килә. Ҡотҡарыусылар  тиҙ арала автомобилде ҡотҡарырға ярҙам итә, шунан Һуң ул Урал ауылы яғына юллана.  Медицина ярҙамы талап ителмәй.

Районда һауа шарттары ҡатмарлы булып ҡала-водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға һәм юлдарҙағы һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 номерына  шылтыратырға кәңәш ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас