Новости
17 Ғинуар , 09:15

"Айджи"ның үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ

Бетер ауылынан Йәнтилина Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы "Һаҡлаусы Фәрештә" штабына килде.  Ул барыбыҙға ла киң билдәле, ныҡ яҡын, батырҙарса һәләк булған мобилизацияланып махсус хәрби операцияға киткән Артур Ғәҙелшиндың әсәһе.  әсәһе.  "Айджи"  позывнойлы яугирҙең үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ.  "Башҡортостан егеттәре", "Илама, әсәй" һ. б.  йырҙарҙы барыһы ла яратып башҡара. Сәрүәр апай хәҙер Баймаҡта йәшәй һәм ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә, маскировка селтәрен үрә,  яугирҙәргә ярҙам итеүгә бар көсөн һала.

"Айджи"ның үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ"Айджи"ның үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ
"Айджи"ның үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ

 Бетер ауылынан Йәнтилина Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы "Һаҡлаусы Фәрештә" штабына килде.  Ул барыбыҙға ла киң билдәле, ныҡ яҡын, батырҙарса һәләк булған мобилизацияланып махсус хәрби операцияға киткән Артур Ғәҙелшиндың әсәһе. "Айджи"  позывнойлы яугирҙең үҙе лә, йырҙары ла үлемһеҙ.  "Башҡортостан егеттәре", "Илама, әсәй" һ. б.  йырҙарҙы барыһы ла яратып башҡара. Сәрүәр Сәлимйән ҡыҙы хәҙер Баймаҡ ҡалаһында йәшәй һәм шулай уҡ ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ватанды Һаҡлаусылар фонды белгестәре документтарҙы рәсмиләштергәндә, Сәрүәр апай  ваҡытын бушҡа юғалтмай, бер үк ваҡытта маскировка селтәрҙәрен үреү менән шөғөлләнә. Хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән  Ватанды һаҡлаусы Әсәйебеҙгә фотосессия ойошторолдо.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас