+24 °С
Ямғыр


Синоптиктар фаразлауынса, алдағы өс көн Башҡортостанда һыуыҡ буласаҡ. Бөгөн, 15 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ аяҙ һауа торошо көтөлә. Ел көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -10, -15, урыны менән -20 градус тәшкил итәсәк.
Йома, 16 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -17, -22°, урыны менән -24, -29°, көндөҙ -10, -15°, урыны менән -20°тиклем.
Шәмбе, 17 ғинуарҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, һауа Температураһы төндә -17, -22°, урыны менән -24, -29°, көндөҙ -10, -15°, урыны менән -20°тиклем.