+21 °С
Болотло
Баймаҡ районында юл инспекторҙары «ВАЗ-2107» автомобилен туҡтата. Руль артында балиғ булмаған бала ултырыуы асыҡлана. Үҫмергә ҡарата түбәндәге статьялар буйынса протоколдар төҙөлдө: РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө (ТС-тың хоҡуҡһыҙ идаралығы); РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.1-се статьяһының 1-се өлөшө ; РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.2-се статьяһының 3-сө өлөшө (ялған номерҙар ҡуйыу).
Үҫмерҙең ата-әсәһе тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды. Машина штраф туҡталҡаһына ебәрелде.