Ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәттә булған һалдат менән тулҡынландырғыс осрашыу булды. Ҡуянтау ауылынан Динис Ишназаров ил сигендә Ватаныбыҙҙың именлеген һаҡлай. Уның ҡулына Баймаҡ "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмө тарафынан ебәрелгән гуманитар ярҙам барып эләгә. Уның араһында ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем алған Данис Ҡолмөхәмәтовтың яҙған хаты ла була. Ул хеҙмәт иткән часта бер үҙе генә Баймаҡтан була. Данистың хатын уҡып, ул үҙенә шундай көс-ҡеүәт ала. Ҡыуаныс күҙ йәштәре менән уҡып, тулҡынландырғыс мәл кисерә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ул Данис менән осрашырға теләген белдерә. Ләкин ул бала ғаиләһе менән Сибай ҡалаһына күскән була. Һөҙөмтәлә батыр, ҡыйыу егет Сибай ҡалаһының бер мәктәбендә белем алған Данисты барып таба һәм уға бүләктәрен тапшыра.
Динис Ишназаров менән булған ҡыҙыҡлы әңгәмәбеҙҙе “Һаҡмар” гәзитендә уҡырһығыҙ. Нидәй һәм ни өсөн ул ике миҙал менән бүләкләнә?