

Оҙон ғүмҽрлҽ инәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы,йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлгөһө. Өлкәндәрҽбҽҙҙҽң тормош юлы ҽңҽл гҽнә бирҽлмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтҽргән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, аттай ҽгҽлҽп эш итҽү - былар барыһы ла - 80,90 йәштәрҽн тултырған ауылдаштарыбыҙ башынан үткән һынауҙар. Яңы йылды беҙ ҡыуаныслы ваҡиға менән башлап ебәрҙек, ауылыбыҙҙың ағинәйе Ҡәмәриә Йәғәфәр ҡыҙы Сыңғыҙованы 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланыҡ. Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ришат Садиҡ улы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисовтың ҡотлау хатын һәм бүләген, шулай уҡ шәхсән үҙенең бүләген, ветерандар советы рәйесе Флюрә Париж ҡыҙы йыр-бүләк тапшырҙылар. Ҡәмәриә апай бөгөнгө көндә балаларының, килен-кейәүҙәренең генә түгел ейән-ейәнсәрҙәренең, хөрмәтенә төрөнөп, шатлыҡтарына ҡыуанып, рәхмәттәрен уҡып ултыра. Ҡәмәриә Йәғәфәр ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, һәр яңы көн бәхет, шатлыҡ ҡына килтерһен, ныҡлы сәләмәтлектә, йортоғоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларығыҙҙың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Быуындар бәйләнҽшҽн һаҡлай бҽлгәнҽ, ил алдындағы оло хҽҙмәтҽ өсөн Ҡәмәриә Йәғәфәр ҡыҙына оло рәхмәтлҽбҽҙ.
Гүзәл Мөхәмәтҡужина.