-4 °С
Болотло
Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре ойошторған "Егет яуҙа, балалар тауҙа һынала " исемле байрам - ярыш үтеп тә китте. Иң боронғо сана номинацияһында Бәхтигәрәй ауылынан Илназ Ямантаев, Замана санаһында Зиннәт Ситдыҡов, Иң етеҙ малай Ситдыҡов Илсур. Иң шәп ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһынан Усманова Нәйлә булды. Һәр балаға бүләктәр бирелде. Шулай уҡ ғаилә менән килгән Ямантаевтар һәм Ситдыҡовтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, самауыр сәйе эсеп таралышты.