+21 °С
Болотло


Әбделкәрим мәҙәниәт йортонда балалар өсөн уларҙың ял ваҡыттарын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында "Беҙҙең күңелле каникул" исемле күңелле сара үткәрелде. Балалар ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, төрлө көс һынашыу ярыштарында әүҙем ҡатнашып, йырлап-бейеп тәмлекәстәр менән һыйланып ҡыуанып ҡайтты.