+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2026 йылды - Ҙур һәм Татыу Ғаилә йылы тип иғлан итте. Йыл һайын оҙайлы ҡышҡы ялда Ишбирҙе ауылынан Ғайсиндар тоҡомона ҡараған ғаиләләр үҙҙәренә, балаларына күңелле ял ойоштора. Йә "Зарница" уйыны ойошторалар, йә саңғы ярышы үткәрәләр,йә ҡышҡы һабантуй үткәрәләр, күмәкләшеп ҡырға ла сығалар. Эй дәртле инде үҙҙәре. Әле быйыл да үҙҙәре өсөн, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн сана шыуырға урын әҙерләп, трактор менән юл һалып, бер көн йыйылышып (35 кеше) көнө буйы рәхәтләнеп сана шыуып, тәмле сәйҙәр эсеп, ял итеп алдылар. Афарин! Эшләй ҙә, ял да итә беләләр, ауылда үткәрелгән сараларҙа бик активтар, молодцы. Шулай күмәк, татыу булып йәшәгеҙ.