Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ғинуар , 06:23

Баймаҡтың Яңы йылдың тәүге сабыйҙары

Сабыйҙарға бәхетле баласаҡ теләйбеҙ.

Баймаҡ бала табыу йортонда быйылғы ғинуар айының тәүге сабыйҙары донъяға килгән. Икеһе лә баһадир: бер малайҙың ауырлығы - 4326 кг, икенсеһенеке - 4060 кг. Буйҙары 59 см.

Сабыйҙарҙың әсәләре - Әминә Байметова һәм Рәлиә Фазлиәхмәтова үҙҙәрен яҡшы тоя. Баймаҡ бала табыу йорто персоналы уларҙы һәр яҡлап хәстәрләй.

Бәпестәргә һәм уларҙың ата -әсәһенә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Тыныс күк йөҙө аҫтында бергә-бергә бәхетле йәшәргә яҙһын!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас