Махсус хәрби операция һәр ғаиләгә үҙ ҡанундарын индерҙе. Ул беҙҙең дә яҡын туғандарыбыҙ алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Баймаҡ ҡалаһынан Файза һәм Ниғәмәт Аитовтар ике ир балаға ғүмер биреп, уларҙан батыр Ватан һаҡсылары тәрбиәләп үҫтергән.
Ниғәмәт Фитрат улы Бөрйән районының Һөйөш ауылында тыуған. Ә инде апайыбыҙ Файза Фәйзрахман ҡыҙы районыбыҙҙың Ислам ауылында донъяға ауаз һалған. 1975 йылда ғаилә ҡороп, илле йыл матур ғүмер итәләр. Аитовтар оҙаҡ йылдар әсәйҙәре – Маһира һәм Вәсбиямал инәйҙәрҙе ҡарап, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттылар. Ғаилә башлығы бар ғүмерен юл индустрияһына арнаны. Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй, бульдозер йөрөтә. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй. Файза апайыбыҙ көнкүреш йортонда, һуңынан Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында кассир була. Икеһе лә коллективтарында абруй, хөрмәт ҡаҙанып эшләне.
Аитовтар ғаиләһендә бер-бер артлы ике улдары: Рәмил һәм Шамил донъяға килеп, үҫеп етә. Ваҡыт етеү менән Шамил да армия сафына саҡырыу ала. Тәүге хәрби әҙерлек үткәс, уның Чечен Республикаһына юлланасағы билдәле була. Әсә йөрәге түҙмәй, улына барып, фатихаларын биреп оҙатып ҡала. Аллаға шөкөр, Шамил улдары ла иҫән-һау ҡайта.
Ләкин илдә башланған махсус хәрби операция Аитовтар ғаиләһенә тағы ла ҙур һынау ҡуя. Уларҙың ике улы ла илебеҙ именлеге һағына баҫып, ҡулдарына ҡорал ала. Аллаға шөкөр, ауыр яралар алһа ла, тәүге көндән үк мобилизацияланған Шамилыбыҙ иҫән-һау ҡайтты.
Файза апайыбыҙҙың бер туған ҡустыһы Ирмәк тә, ике хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәтте үткәндә уға Чечен Республикаһында барған тәүге хәрби хәрәкәттә ҡатнашырға тура килә. Ауыр тән йәрәхәттәре алып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Махсус хәрби операция башланғас та, тыуған ил һағына баҫа. Бөгөн Рәмилдән һәм Ирмәктән ҡош телендәй генә булһа ла хәбәрен көтөп таң аттырабыҙ. Уларҙың да иҫән-һау булыуҙарын теләп, өмөтөбөҙҙө өҙмәй, көтәбеҙ.
Файза һәм Ниғәмәт туғандарыбыҙҙың сабырлығына, уларҙың егәрлелегенә, яҡшы кешелек сифаттарына хайран ҡалырлыҡ. Бер-береһенән матур һүҙҙәрен йәлләмәй, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Улар үҙҙәренә ярҙам һорап, баш эйеп килгән кешеләрҙе бер ваҡытта ла кире бормай. Матур һүҙҙәрен, кәңәштәрен биреп, бай ризыҡтар теҙелгән өҫтәл артында сәй эсереп булһа ла оҙаталар. Бәлки, шуның өсөн дә уларҙың яҡты, бөхтә, матур йорттарынан кеше ағымы өҙөлмәйҙәр. Кем генә ишек шаҡымаһын, яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алалар. Яҡын туғандарыбыҙҙың илле йыл бергә йәшәүҙәре менән ҡотлап, улдарының һәм ҡустыларының иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Улар өсөн был иң ҙур бүләк булыр ине.
Шундай туғандарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә Еңеүҙең тиҙерәк килеүен һәм яҡын туғандарыбыҙҙың әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Рәмзиә һәм Әхмәр Яналиндар.
Баймаҡ ҡалаһы.