2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
- Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
- Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
- Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?
Фәриҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Ишбирҙина, Иҫке Сибай ауылы (1930 йылда тыуған).
- Ат ныҡ көслө характерлы. Егәрле, һәр эшкә яуаплы ҡараған хайуан. Биш баламды ла аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар тырышлығымды һалырға тура килде. Уның өсөн эшемде яратып башҡарҙым. Ат йылында тыуғандарҙың барыһында ла шул һыҙаттарҙы күрәм.
- Яңы йылды ҡаршылағанда һәр ваҡыт байрам өҫтәлендә бөтә ғаиләбеҙ менән венегрет әҙерләйбеҙ. Балаларыма Яңы йыл байрамдарына төрлө костюмдар тегеп кейҙерә инем. Яңы йыл төнөн һәр урам халҡы Шыршы ултыртып, боҙ һындар эшләп, бай табын әҙерләп билдәләй торғайныҡ. Хәҙер шундай матур байрамдар юҡ.
- Бары тик илебеҙгә именлек килһен, тағы ла урамдар гөрләп торор. Һәр кемгә ғаилә именлеге, донъядар именлеге теләйем.