2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
- Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
- Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
- Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?
Зифа Зәйнулла ҡыҙы Мәҡсүтова, Семеновск ауылы (1942 йылда тыуған):
- Ат һымаҡ эшләй барып, эшләй барып бөгөн бына ошондай хәлдә ултырам инде: сәләмәтлегем ныҡ ҡаҡшаған. Ғүмер буйы һауынсы булдым. Бар ғүмерем эш өҫтөндә уҙҙы. Үҙем дә шул эш аты һымаҡ булғанмын инде. Юҡҡа ғына Ат йылында тыумағанмын икән.
- Шәп саҡта балалар өсөн Яңы йылды оло байрам итеп уҙғара торғайныҡ. Хәҙер инде балаларым үҙҙәре минең өсөн байрам ойоштора.
- Бөгөн Хоҙайымдан балалар именлеге, донъялар тыныслығы теләйем. Минең өсөн иң мөһиме шул.