+24 °С
Ямғыр


Быйыл 4-се йыл рәттән ҡышҡы каникулдың тәүге көндәрендә Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Өмөтбай мәктәбе уҡыусыһы Мөхәмәҙиев Ғәзиз Рәғип улы иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәрелә. Быйыл ярышта 7 команда көс һынашты. Сәмле ярыштың һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар командаһында: Өмөтбай ауылының студент ҡыҙҙары - 1-се урын, Билал ауылының уҡыусы ҡыҙҙары - 2-се урын, Өмөтбай мәктәбе ҡыҙҙары - 3-сө урын яуланы. Егеттәр командалары араһында: Һәмән+ Билал йәштәре - 1-се урын, Өмөтбай ауылы студеттары -2-се урын, Өмөтбай ауылы йәштәре-3-сө урын, Өмөтбай мәктәбе егеттәре-4-се урынға сыҡты. Афарин, йәштәр!