Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Ғинуар , 05:05

Балалар уҡ атыуҙа ярышты

Баймаҡ ҡалаһында "Баһадир" физкультура һауыҡтырыу комплексында балалар араһында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы бүләктәренә милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, шулай Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан бөтәһе 40-тан ашыу уғатар йыйылды. 

Балалар уҡ атыуҙа ярыштыБалалар уҡ атыуҙа ярышты
Балалар уҡ атыуҙа ярышты

Баймаҡ ҡалаһында "Баһадир" физкультура һауыҡтырыу комплексында балалар араһында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы бүләктәренә милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, шулай Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан бөтәһе 40-тан ашыу уғатар йыйылды.

Ҡағиҙа буйынса 3 йәш айырмаһы булды. 6-9 йәшлектәр 8 метрҙан, 19-13 йәшлектәр 12 метрҙан, ә 14-17 йәшлектәр 15 метрҙан ФИТА-40 сәбенә атып мәргәнлектә көс һынанылар. Бөтәһе 60 уҡ атҡас, шулай уҡ милли кейемдәренә баһа биргәндән һуң беҙҙең еңеүселәребеҙ асыҡланды. 6-9 йәшлек ҡыҙҙар араһында: 🥇 Бикбирҙина Тәсним (Баймаҡ ҡалаһы); 🥈 Рахманғолова Диниә (Баймаҡ ҡалаһы); 🥉 Өмөтбаева Сальсабиль (Әхмәр ауылы). 6-9 йәшлек малайҙар араһында: 🥇 Бикбирҙин Абдуссабур (Баймаҡ ҡалаһы); 🥈 Ишбулдин Азамат (Сибай ҡалаһы); 🥉 Исхаҡов Эмиль (Баймаҡ ҡалаһы). 10-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында: 🥇 Рахманғолова Рүзилә (Баймаҡ ҡалаһы); 🥈 Бикбирҙина Хәдиджә (Баймаҡ ҡалаһы); 🥉 Ишҡыуатова Имангөл (Ниғәмәт ауылы). 10-13 йәшлек малайҙар араһында: 🥇 Өмөтбаев Йософ (Әхмәр ауылы); 🥈 Әбсәләмов Арслан (Сибай ҡалаһы); 🥉 Коновалов Иван (Сибай ҡалаһы). 14-17 йәшлек ҡыҙҙар араһында: 🥇 Сабитова Айсын (Моҡас ауылы); 🥈 Рахманғолова Ғәлиә (Баймаҡ ҡалаһы); 🥉 Рыжкина Виктория (Сибай ҡалаһы). 14-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында: 🥇 Йәмлихин Искәндәр (Ниғәмәт ауылы); 🥈 Иҫәндәүләтов Эмиль (Баймаҡ ҡалаһы); 🥉 Мөхәмәтйәнов Айнур (Ниғәмәт ауылы). "Еңеүгә ынтылыш" наминацияһы менән Мәмбәтов Ибраһим, Күсеева Алина һәм Кузина Алина тәбриҡләнде. Иң кесе уҡсылар тип малайҙар араһында Исхаҡов Эмиль һәм ҡыҙҙар араһында Өмөтбаева Сальсабиль танылды. Афариндар, беҙҙең йәш уҡсыларыбыҙ. Артабан да шулай юғары кимәлдә сығыш яһауығыҙҙы дауам итегеҙ. Ярышты ойоштороуҙа ҙур өлөш индереүсе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының физик культура һәм спорт бүлегенә, "Орхидея" магазины хужаһы Ильдус Ибрагимов ҡа, шулай уҡ махсус бүләктәр уйнатыусы, Мырҙағәлин Илфатҡа, Мырҙағәлина Фәнүзәгә, Сабитова Раушанияға, Өмөтбаева Эльвираға, Ҡоланбаева Рита апайға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!! Ярыштағы фотоларҙы түбәндә беркетелгән һылтанма аша инеп ҡарай алаһығыҙ. vk.ru/album-204368244_3081...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас