2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Мөхәмәтҡужина, Ҡолсора ауылы китапханасыһы (1966 йылда тыуған):
Ат йылында тыуғаныма бик шатмын. Характерым да оҡшаған, ат кеүек эшләргә яратам: бесән сабам, кәбән башында торам, атта һыбай күбә тарттырам, машина ла йөрөтәм, кәрәк икән ир-егеттәрҙең дә эшен башҡарам. Кәрәк була ҡалһа, тормош иптәшем менән бөтә эште лә бергәләп эшләргә тырышабыҙ. Бер ауырлыҡтан да ҡурҡмайым. Күптәр сабырһың, тиҙәр. Эйе, сабырмын, Аллаға шөкөр. Хәлемдән килгәнсә кешегә ярҙам итергә тырышам, һорап килгәндәргә "юҡ" тип әйтә алмайым. Ҡайһы ваҡыт үҙемдең эшемде ташлап, уларҙың йомошон башҡарған саҡтарым да бар. Кәңәш һорап килеүселәрҙе лә бороп сығармайым. Ат йылында тыуғандарҙың барыһы ла шулайҙыр ул.
3. Хәҙергә ваҡытта бөтә кешенең дә бер теләк - тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ире-егеттәребеҙгә иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтырға насип итһен. Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә, тыуғандарыма, яҡындарыма һәм, әлбиттә, тормош иптәшемә менән үҙемә лә, алдағы тормошобоҙҙа ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныста йәшәргә Хоҙайым насип итһен.